ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Сентябрь 2023, 10:40

Дарыу үләне икәнлеген белмәгәнбеҙ ҙә!

Бәләкәй саҡта ошо үләндең йоморо ғына бүлбеһен бесәй күмәсе тип йөрөтә торғайныҡ. 

Дарыу үләне икәнлеген белмәгәнбеҙ ҙә!
Дарыу үләне икәнлеген белмәгәнбеҙ ҙә!

 

Бәләкәй саҡта ошо үләндең йоморо ғына бүлбеһен бесәй күмәсе тип йөрөтә торғайныҡ. Ашағаныбыҙ ҙа хәтерҙә, уның файҙалы, дарыу үләне икәнлеген белмәгәнбеҙ ҙә!

Бесәй үләне мальва класына ҡараған үҫемлек. Башҡортостанда  уның 4 төрө үҫә.

Емештәрен, мальваның башҡа өлөштәре дауаланыу өсөн яраҡлы, ағыулы үҙенсәлектәргә эйә түгел.

Уны һалҡын тейгәндә һәм инфекция ауырыуҙары ваҡытында, үпкә һәм тын юлдарынан ҡаҡырыҡ сыҡмай йонсотҡанда ҡайнатып төнәтеп эсәләр. Тән янғанда туҡымаларҙың һауығыуын тиҙләтә, диареяны туҡтата һәм һыуһыҙланыуҙы иҫкәртә. Хроник гастрит һәм панкреатит ваҡытында хәлде еңеләйтә, ағыуланыу ваҡытында организмдан ағыулы матдәләр сығара,  күҙ, бәүел-енес системаһы ауырыуҙарын еңеп сығырға ярҙам итә, ауыҙ ҡыуышлығындағы шешеүҙе бөтөрә.

Бесәй үләнен профилактика маҡсатында ҡулланырға мөмкин. Үҫемлек япрағы төнәтмәһе иммунитетты нығыта һәм организмдың һаҡланыу һәләтен арттыра.

Бесәй үләненең тамаҡты йомшартыу үҙенсәлеге бар. Ҡаршы күрһәтмәләре бик аҙ, ә уның менән дауаланыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Бронхит һәм ангина ваҡытында, һалҡын тейгәндә япраҡтары һәм сәскәһен ҡулланалар. 1 ҙур ҡалаҡ кипкән үләнгә стакан ҡайнар һыу һалып төнәтергә, 2 сәғәттән һуң тәүлегенә 4 тапҡыр ашар алдынан эсергә.

Яраларҙы һәм янғындарҙы дауалау өсөн 4 ҙур ҡалаҡ киптерелгән үлән 500 мл ҡайнар һыу һалып ҡапҡас аҫтында 40 минут самаһы тотҡас, яралы урынды мамыҡ дискы менән сылатып сығырға.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: бесәй үләнен йыйып ҡалығыҙ.

Фото интернеттан.

 

 

Дарыу үләне икәнлеген белмәгәнбеҙ ҙә!
Дарыу үләне икәнлеген белмәгәнбеҙ ҙә!
Дарыу үләне икәнлеген белмәгәнбеҙ ҙә!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: