+19 °С
Болотло
Беҙҙең илдә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында комплекслы медицина тикшереүе бушлай үткәрелә. Бындай тикшереү һеҙ белмәгән ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға йәки һау-сәләмәт булыуығыҙҙы раҫларға мөмкинлек бирәсәк.
Диспансеризация үтеү өсөн Мәләүез ҡалаһы, Октябрь урамы, 78 адресы буйынса урынлашҡан үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһына 421-се кабинетҡа мөрәжәғәт итегеҙ.Шулай уҡ COVID-19 менән ауырығандар өсөн медицина тикшереүе үткәрелә. Үҙегеҙ менән(паспорт, полис, СНИЛС, ИНН) алығыҙ.
Эш ваҡыты: дүшәмбе-йома – иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем, шәмбе иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем. Шишәмбелә иртәнге 8-ҙән 10-ға тиклем “Көмөш йәш сәғәте” эшләй.
Үҙәк район дауаханаһы.