Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Апрель , 06:45

Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн рецептар

Йоҙроҡ тиклем йәөрәккә лә тәрбиә кәрәк

Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн  рецептар
Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн рецептар

1. Иттартҡыстан сығарырға: ҡабығы менән (әммә тосһоҙ) 2 лимон, 100 г курага, 1 аш ҡалағы бал ҡушырға.
Яҡшылап болғатырға, көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы ҡабырға.
2. 100 г сей ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ыуғыста ҡырып, ярты литр шишмә һыуына һалалар. Көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә.
3. Көн дауамында 2-3 тапҡыр лимон ҡабығы сәйнәү ҙә файҙалы.
4. 1 балғалаҡ ландыш сәскәһен 1 стакан һыуҙа 1сәғәт төнәтергә, һөҙөргә.
Көнөнә 3 тапҡыр, ашар алдынан, 1-әр аш ҡалағы эсергә.
5. 1 балғалаҡ энәлекте (боярышник) 1 стакан ҡайнар һыу менән төнәтеп көн дауамында сәй урынына эсергә.
* Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәш­ләшеү мотлаҡ.

Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн  рецептар
Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн рецептар
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: