Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Апрель , 09:44

Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет

Беҙ бөгөн бик алға киткән, шул уҡ ваҡытта күп кенә әйберҙең сәләмәтлеккә зыян килтерә торған заманда йәшәйбеҙ. Ғаилә хәле, эштәге уңышы, милек ҡаҙаныштары ниндәй генә булһа ла, һәр кешенең иң ҡәҙерле байлығы – һаулыҡ. Шуға ла уны кире ҡайтарыу бик еңел түгеллеген иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.

Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет

Ҡан баҫымы күтәрелеүе - насар кә­йефтең киң таралған сәбәбенең береһе. Стресс, эмоциональ, физик көсөргәнеш һәм һауа шарттары йыш ҡына йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына кире йоғонто яһай.
Баҙарға район-ҡала халҡы күпләп йөрөй. “Үҙәк” сауҙа комплексында медпункт урынлашҡан. Ҡапыл һатыусы йәки һатып алыусыларҙың хәле насарайып китһә, ярҙам кәрәкһә һәр кем унда мөрәжәғәт итә ала. Бында яҡшы йыһазландырылған бина һәм квалификациялы медицина хеҙмәткәре эшләй. Һәр килеүсе заманса аппаратта үҙенең ҡан баҫымын бушлай үлсәй ала. Медпункт көн һайын баҙар ваҡыты менән эшләй. Кәрәк булғанда медсестра ҡан баҫымын, температураны үлсәй, беренсе медицина ярҙамы өсөн кәрәкле препараттар менән тәьмин итә.
Шулай уҡ түләүле медицина хеҙмәттәре лә күрһәтелә: ҡан тамырына система ҡуйыу, инъекция эшләү, ҡандағы глюкозаны билдәләү.
Бынан тыш, швейцар аппаратында яҡтылыҡ менән дауалау процедураһын үтеп һаулыҡты нығытырға мөмкин. Бындай терапия кәйефте яҡшыртырға, биоритмдар боҙолоуын еңеп сығырға ярҙам итә, дөйөм торошҡа һәм иммунитетҡа ыңғай йоғонто яһай.
Һаулыҡ – кеше бәхетенең нигеҙе, иҫәнлек булғанда ғына кеше үҙенең теләк-ынтылыштарына ирешә, тирә-йүнде танып белә, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, эштән ҡәнәғәтлек ала.

Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: