ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Июнь , 16:40

Уны ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды

Элек район үҙәк дауаханаһына барып тикшерелер өсөн байтаҡ юл үтергә кәрәк ине

Уны ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды
Уны ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды

Бөгөн Корнеевка, Богородский ауылында өр-яңы модулле ФАП асыу тантанаһы уҙҙы. Сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Мәләүез районының үҙәк дауаханаһының баш врачы Салауат Өмөтбаев, “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Илдус Хәлитов, Корнеевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна  Михайлова, ауыл биләмәһенең почетлы гражданы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, хаҡлы ялдағы ветеран Людмила Рускова ҡатнашты.

Рөстәм Наил улы барыһын да  Рәсәй көнө байрамы алдынан яңы ФАП-тың асылыу ҡыуанысы менән ҡотлап, ауыл халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға, киләсәктә уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә ҡыуанысын белдерҙе. “Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Мәләүез районында алтынсы фельдшер-акушер пункты асылды, ике йылда тағы 19-ҙы асырға ниәтләйбеҙ”, -  тине һәм республика Башлығы Радий Хәбировҡа, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәхмәт һүҙен белдерҙе.

(Мәҡәлә тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ)

Уны ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды
Уны ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды
Уны ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды
Уны ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды
Уны ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды
Уны ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды
Уны ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: