Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Июль , 13:00

Баш шаулағанда ошо үлән ярҙам итә

Ә һеҙ уны ҡайнатып эсеп ҡарағанығыҙ булдымы?

Баш шаулағанда ошо үлән ярҙам итә
Баш шаулағанда ошо үлән ярҙам итә

Үҫмер саҡта бесәнлеккә йөрөгәндә усаҡта ҡайнаған сәйнүк сәйенең тәме әле лә тел осонда тора. Һыу ҡайнап сығыу менән атайым унда мәтрүшкә һәм башҡа төрлө үләндәрҙе һалып ебәрә торғайны. Аҡһыл, хуш еҫле бал тәме сығып торғаны еркәүек (таволга вязолистная, лабазник) тип атала, уныһын бигерәк ярата инем.

Еркәүектең файҙаһы тураһында Рим Әхмәтовтың китабында ла уҡып белергә була. Баш шаулағанда, һыуыҡ тейгәндә, температура күтәрелгәндә файҙалы. Бәүел ҡыуығы, ашҡаҙан, гипертония менән сирлеләргә лә килешә.

Астма менән сирләгәндәргә, ҡан баҫымы түбән булғандарға, ауырлы ҡатындарға, 18 йәштән йәшерәктәргә  эсер алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Себен-серәкәйҙәрҙе ҡурҡытыр өсөн ошо үлән менән һөртөнөргә була, сөнки бөжәктәр уның еҫен яратмай.

Баш шаулағанда ошо үлән ярҙам итә
Баш шаулағанда ошо үлән ярҙам итә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: