Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Июль , 16:14

“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк"

Дауалауға ҡарағанда  иҫкәртеү еңелерәк

Беҙҙең районда “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк”акцияһы бара.  17-18 июлдә Нордовка ауылында “Сәләмәтлек поезы”  күсмә мобиль комплексы халыҡты ҡабул итте. Сараның маҡсаты – етди сир барлыҡҡа килгәнгә тиклем уға дөрөҫ диагноз ҡуйып, артабан дауаланырға ебәреү йәки операцияға йүнәлтеү. Тап ошондай ҡабул итеү күп осраҡта пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.

“Район үҙәк дауаханаһына һәр кем дә бара алмай. Ә бында урында ғына медицина  тикшереүе үтергә, белгестәрҙән консультация алырға була. Иң мөһиме, бөтәһе лә бушлай һәм алдан яҙылырға кәрәкмәй, - тип шатлана оло йәштәгеләр. Ҡабул итеүгә килеүселәр паспорт һәм медицина  полисы ғына алып килә.

 Ике көн дауамында  ауыл халҡын балалар педиатры, гинеколог, маммолог, окулист, кардиолог, стоматолог  ҡабул итте,  шулай уҡ флюорография үттеләр, экспресс-анализ тапшырғандар  шәкәр  һәм  холестирин  кимәлен белде.  

Тар профилле белгестәр тикшереү һөҙөмтәһен пациенттың ҡулына тапшыра.  Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк, социаль әһәмиәтле сиргә шик булғанда пациент артабан дауаланыуға ебәрелә.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, үҙәк район дауаханаһы баш врачы Салауат Өмөтбаев халыҡ менән аралашты.  “Нордовка ауыл биләмәһе  халҡы “Сәләмәтлек поезы”н көтөп алды, сөнки уларға белгестәргә эләгеү,  тикшереү үтеү өсөн  район үҙәгенә барып, күпме ваҡыт, аҡса сарыф итергә кәрәк. Әлбиттә, килеүселәр араһында күбеһенсә оло йәштәгеләр.
Был проект ярҙамында беренсенән,  бушлай медицина ярҙамы халыҡҡа яҡынайһа, икенсенән башҡа сирҙәр менән бер рәттән шәкәр диабеты, гипертония, онкология, кеүек етди ауырыуҙарҙы алдан асыҡлау мөмкинлеге бар”, - ти участка терапевы Гөлназ Ишморатова.

 “Сәләмәтлек поезы”  маршруты тағы Даниловка, Корнеевка, Сухаревка, Рассвет, Һарыш ауылдарында халыҡты ҡабул итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикала  «Һаулыҡ поездары» эше дауам итә. Акция алтынсы тапҡыр уҙғарыла, былтыр күсмә комплекстар 150 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. Быйыл «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә табиптар бригадаһы 331 тораҡ пунктҡа барасаҡ.

 

 

 

 

“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк"
“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк"
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: