Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Апрель , 18:30

Яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелде!

Мәләүез районында ла яҙғы баҫыу эштәре башланды

БР ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, республиканың 33 районында яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелде. Аграрийҙар күп йыллыҡ үләндәрҙе тырмай, 15 апрелгә ҡарата ул 25 мең гектарҙа башҡарылған. 23 районда 34 мең гектарҙа ужым культуралары һәм 22 мең гектарҙа күп йыллыҡ үлән майҙаны туҡландырырылған.

Быйылғы миҙгелдә республикала ярауай культуралар майҙаны 2 миллион гектар биләйәсәк. Райондың Салауат исемендәге хужалығы игенселәре лә яҙғы баҫыу эштәренә дәррәү ҡушылды.  Улар  күп йыллыҡ үләндәрҙе  туҡландыра. Эште ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыу өсөн беренсе сиратта, техника, сәсеү ҡорамалдарының төҙөклөгө, орлоҡ, яғыулыҡ- майлау материалдары, ашлама кәрәк. Был йәһәттән хужалыҡтарҙың әҙерлеге йөҙ процент.

Өҫтәмә туҡландырыуҙан һуң аграрийҙар дым ҡаплатыуҙы башлаясаҡ. Агросараны тиҙ арала тамамлау көҙгө уңыш нигеҙе икәнлеген тармаҡ эшсәндәре яҡшы аңлай.

Ауыл хужалығы идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, районда быйылғы миҙгелдә сәсеүлек майҙаны 96,6 мең гектар биләйәсәк.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелде!
Яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелде!
Яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелде!
Яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелде!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: