Конгэк
+4 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Апрель , 10:05

Роботлаштырылған малсылыҡ комплексы төҙөлә

Мәләүез районының Ергән ауылынан алыҫ түгел Салауат исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһының 36 гектар ерендә (етәксеһе Рәмис Иманғолов) 1,2 мең һыйырға иҫәпләнгән роботлаштырылған малсылыҡ комплексы төҙөлә башланы. Хаҡы 1,5 миллиард һумлыҡ инвестиция проекты өҫтөнлөклө статус алды - был республикалағы иң ҙур фермаларҙың береһе буласаҡ!

Роботлаштырылған малсылыҡ комплексы төҙөлә
Роботлаштырылған малсылыҡ комплексы төҙөлә

БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм "Россельхозбанк" акционерҙар йәмғиәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Банк менән ауыл хужалығы предприятиеһы һөт фермаһы төҙөүгә, ҡорамалдар һәм һыйыр малы һатып алыуға льготалы кредитлау килешеүе төҙөнө. Күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы: һыйыр аҙбарында бер оператор эшләйәсәк, компьютерҙа һыйырҙың күпме һөт биргәнен, мал һаулығында тайпылыштар юҡмы? Һауыу процесында ҡул эше ҡулланылмаясаҡ тиерлек! Бинаның түшәмдәре бейек, бина елләтелә һәм һыйырҙар йомшаҡ түшәмдә торасаҡ, тояҡтары менән проблемалар булмаясаҡ! Ә әлегә ер эштәре алып барыла: ҡара тупраҡ алына. Көҙөн ферманың бер өлөшөн эшләтеп ебәрергә ниәтләйҙәр.

Ошоға тиклем 2020-2021 йылдарҙа хужалыҡта өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырылғайны.”210 гектарҙа һуғарыу системаһы төҙөлдө һәм файҙаланыуға тапшырылды, техника һәм тоҡомло мал һатып алынды. Роботлаштырылған малсылыҡ комплексын төҙөгәс, маҡсат итеп һөт продукцияһының сифатын арттырыу торасаҡ”, – тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.

Роботлаштырылған малсылыҡ комплексы төҙөлә
Роботлаштырылған малсылыҡ комплексы төҙөлә
Роботлаштырылған малсылыҡ комплексы төҙөлә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: