Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Апрель , 09:15

Атай юлы - өлгө

Ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре - үҙ ерен яратҡан, ауыр физик хеҙмәттән ҡурҡмаған, эшкә көсөн, йәнен һалған кешеләр ул. Малсылыҡ, үҫемлекселек йүнәлешендәге тынғыһыҙ эш быуындан-быуынға һөнәр булып тапшырылғанда, хеҙмәт династиялары сикһеҙ ихтирам уята. Бындай ғаиләләр райондың ауыл хужалығы тармағы ғорурлығы, хеҙмәткә ихтирамлы мөнәсәбәттең сағыу өлгөһө булып тора.

Атай юлы - өлгө
Атай юлы - өлгө

Хәлитовтарҙың хеҙмәт династияһына Илдус Тимерхан улы нигеҙ һалған. Мәҡәлә геройы Стәрлебаш районының Әмир ауылында эшһөйәр ғаиләлә тыуған, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын  ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1986 йылда “Ашҡаҙар” совхозында иҡтисадсы һөнәре буйынса башлай. 2006 йылда агросәнәғәт өлкәһендә үҙен алдынғы ҡарашлы хеҙмәткәр итеп танытҡан белгесте “Һуҡайлы” предприятиеһына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Өс йылдағы күрһәткестәрҙе күреп район етәкселеге “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативы етәкселеге дилбегәһен тоттора. “Тәүге көндәрҙә хужалыҡты ҡабул иткәндә көндө төнгә ялғап,алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тура килде”, - ти етәксе.  Хәҙерге көндә хужалыҡ - районда ғына түгел, республикала уңышлы эшләгән предприятиеларҙың береһе. Тормош иптәше Гүзәл Әнүәр ҡыҙының да эше “Ашҡаҙар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән бәйле, ул - коммерция буйынса директор урынбаҫары. Хәлитовтар тураһында тулыраҡ мәҡәләне гәзиттең быйылғы һанында уҡығыҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: