Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Июнь , 17:15

Һабантуй - ауыл хужалығы эшсәндәренең тырыш хеҙмәтен данлау байрамы ул

Район һабантуйының тантаналы өлөшө һәр йылдағыса хеҙмәтенә яуаплы ҡараған, уны намыҫ менән башҡарған һәм яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән ауыл хужалығы алдынғылары, үҙ эшенең оҫталары тәбрикләнде.

Быйыл мәләүездәрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуы менән БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Марина Долич, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рамазан Рамазанов, «Көнсығыш - Көнбайыш» халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашыусы табип–офтальмологтар делегацияһы ҡотланы. Хөрмәтле ҡунаҡтар республика Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен һәм изге теләктәрен еткерҙе, уңышлы эшләгәндәре өсөн ауыл хеҙмәтсәндәренә рәхмәт белдерҙе. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов мәләүездәрҙең ҡаҙаныштары, төҙөлөп ятҡан объекттар, мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне, ер хеҙмәтсәндәренә хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте. «Һеҙҙең еңел булмаған, әммә тыуғанле һөйөү, тоғролоҡ һәм ихтирам менән башҡарған хөрмәтле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт», – тине район башлығы һабантуйҙы асыу тантанаһында.

Һабантуй - ауыл хужалығы эшсәндәренең тырыш хеҙмәтен данлау байрамы ул
Һабантуй - ауыл хужалығы эшсәндәренең тырыш хеҙмәтен данлау байрамы ул
Һабантуй - ауыл хужалығы эшсәндәренең тырыш хеҙмәтен данлау байрамы ул
Һабантуй - ауыл хужалығы эшсәндәренең тырыш хеҙмәтен данлау байрамы ул
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: