Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Июль , 15:35

Беҙ ни өсөн көслө төбәк?

Башҡортостан федераль кимәлдә ни өсөн юғары баһалана? Төбәк һөт, һыйыр ите, ҡымыҙ, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттары етештереүгә баҫым яһаған юғары үҫешкән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы төбәге булып тора. Ауыл мәҙәниәт һәм традициялар нигеҙе һәм юғары етештереүсәнле продукция сығанағы ла.

Республиканың илдә тәүге ун төбәк исемлегендә булыуы осраҡлы түгел. Уның нигеҙендә инвестициялар йәлеп итеү, санкциялар йоғонтоһон кәметеү  буйынса күләмле эш ята. Төбәктең башҡа субъекттар араһында абруйын арттырыу һәм ҙур проекттар башлау, уларҙы тормошҡа ашырыуға федераль аҡсалар, инвесторҙар аҡсаһын йәлеп итеүҙә республика етәксеһе күләмле эш алып бара.  Махсус иҡтисади биләмәләр үҫешә - Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан кеүек ҡеүәтле партнерҙар менән иҡтисади бәйләнеш нығый.

Уҙған йыл  төбәк аграрийҙары  мул иген уңышы - биш миллион тонна йыйып алды, район аграрийҙары ла  ил бураһын тулыландырыуға үҙ өлөшөн индерҙе.  Бындай һөҙөмтә беҙҙә 1986 йылда теркәлгәйне, ағымдағыһында ла уңышҡа өмөт итәбеҙ.  Ауыл хужалығы тармағын яңыртыу,  республика ярҙамы менән башҡарыла. Төбәктә техника һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплана. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан һуңғы биш йылда 8,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелде.  Техниканың лизинг тәьминәте күләме буйынса ла республика тотороҡло рәүештә илдә тәүгеләр исемлегендә.

 Уҙған йыл Башҡортостанда бөтәһе 11 миллиард һумлыҡ льготалы кредит бирелде, был  йүнәлештә эш бөгөн дә дауам итә.  Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә алдынғы. Башҡортостан ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһында ла әүҙем ҡатнаша. Федераль һәм  төбәк  ярҙамы менән  ауылдар тәртипкә килтерелә, социаль учреждениелар сафҡа тапшырыла. Йылдан-йыл ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһын финанслау күләме арта. Ауыл халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам ебәрә, уларҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендә.

Ғүмәр Иҫәнов, “Иҫәнов” фермер хужалығы етәксеһе,  Мәләүез районы

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: