Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Июль , 11:10

Илгә һәм һайлаған һөнәргә тоғролоҡ

Ринат БИКБУЛАТОВ, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы: - Республика етәкселеге төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам ҡоралдары, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм бөтә райондарҙа индерелгән льготалар бар. Төбәк һөҙөмтәлелеген һәм конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн үҙенең агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.

Илгә һәм һайлаған һөнәргә тоғролоҡ
Илгә һәм һайлаған һөнәргә тоғролоҡ

Яңы Казанковка ауылына килеп инеү менән уң яҡта бер-бер артлы теҙелеп киткән дүрт ангарҙы күреп, “Дружба” хужалығы уңған фермер ҡулында икәнлеген тоҫмаллайһың.

 2010 йылдарҙа алдынғы технологиялар ҡулланып төҙөлгән заманса һыйыр аҙбарының стеналары йыраҡтан бетондан һалынған кеүек күренеп тора. Ҡыйығы  поликарбонат менән ҡапланған, мал көн дауамында көн яҡтыһынан өҙөлмәй.  “Дружба” ауыл хужалығы йәмғиәте етәксеһе Аҫылбәк Алмашевтың алдан күрә белеүсәнлегенә, ҡыйыу аҙымына хайран ҡалырлыҡ. Йәйен һыйырҙар көтөүҙә булғас, быҙауҙарҙы иҫәпкә алмағанда, һарайҙар  әле буш.  “Ит йүнәлешле гелефорд тоҡомло һыйырҙар үрсетәбеҙ, 230 баш, шунса быҙауы бар. Ямғыр ваҡытында бесән әҙерләү туҡтап торҙо. Сабылғаны ла ҡалын яҫмаларҙа  йыйылмай ята. Бөгөнгә 1100 тонна сенаж,  1400 төргәк бесән әҙерләнгән, план буйынса 9 мең кәрәк”, - ти баш зоотехник Вадим Ғәйнетдинов. Көҙгә тиреҫ һаҡлар өсөн махсус урын төҙөү ҙә  планлаштырылған.

Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра. Баш зоотехник әйтеүенсә, баҫыуға ла төшөр мәл еткән, тик эшсе ҡулдар етмәй, шуға механизаторҙар бер техниканан төшә лә, икенсеһенә ултыра. “Эш хаҡы һәйбәт. Михаил Шуков, Жанбулат Кажигалеев һыбай мал көтә. Тоҡомло һыйырҙар кәүҙәгә ауыр, үҙҙәре ялҡау, һәр саҡ ҡыуалап йөрөтөргә кәрәк”, - ти ул.  

Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған Вадим Ғәйнетдинов был хужалыҡта баш зоотехник булып йыл 15 йыл  эшен яратып башҡара.  Сығышы менән Салауат районынан,  башта ул Ауырғазы районында тәжрибә туплаған.

Аҫылбәк Рәхимйән улы үҙ эшселәрен, йәш белгестәрҙе баһалап, атайҙарса ҡурсалап тора: һуңғы осорҙа Яңы Казанковка ауылында ғына күпме яңы йорт ҡалҡып сыҡты, тормош иптәше менән дүрт балаға ғүмер биргән Вадим Ғәйнетдинов һәм тағы бер нисә белгес сертификат ярҙамында  Мәләүез ҡалаһында өйлө булды.  Фатирлы, өйлө булып, биш йыл эшләгәндән һуң ҡайһы берәүҙәрҙең ҡойроғон һыртҡа һалыуына борсола ул. “Кеше үҙен торлаҡлы иткән хужалыҡҡа, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалырға тейеш тип уйлайым. Кәләшем Гүзәл Рәфит ҡыҙы өйҙә, балалар тәрбиәләй”, - ти ул.

Салауат районынан килеп, Мәләүез ауыл хужалығында эшен намыҫ менән башҡарған Вадим Ғәйнетдинов кеүек йәштәр ауыл ерендә күберәк булһын ине, тигән теләктә хушлаштыҡ.

Ринат БИКБУЛАТОВ, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы:

- Республика етәкселеге төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам ҡоралдары, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм бөтә райондарҙа индерелгән льготалар бар. Төбәк һөҙөмтәлелеген һәм конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн үҙенең агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.

 

 

Илгә һәм һайлаған һөнәргә тоғролоҡ
Илгә һәм һайлаған һөнәргә тоғролоҡ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: