Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
12 Июль 2022, 14:45

Йәшә, ауылым!

Ошо исем менән Боһорман ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған сара уҙҙы.

Йәшә, ауылым!

 Ошо исем менән Боһорман ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған сара уҙҙы.

Тырыш ғаилә - ауыл йәме. Боһорман ауылы элек-электән эшһөйәр, уңған халҡы менән дан ҡаҙанған. Тыуған ергә берегеп, уңған, тәртипле балалар үҫтереп, өлгөлө донъя көткән парҙар бихисап. Боһормандар бөгөн дә тулы ҡанлы тормошта йәшәй. Күпләп мал да тота, картуфын да сәсә, баҡсаһын да үҫтерә, ҡош-ҡортон да аҫрай һәм башҡа бик күп шөғөлдәр менән мәшғүл улар.

Ауыл биләмәһе хакимиәте инициативаһы менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Лилиә Тәүхитова, Флүрә Бикташева ойошторған тантана бар ауыл халҡын берләштерҙе. Байрамда татыу парҙарҙы: 45 йыл ғүмер иткән Мөнирә менән Әмир Кинйәбаевтарҙы, 40 йыл йәшәгән Наталья  менән Николай Пьяновтарҙы, 35 йыл тормош көткән Людмила менән Николай Долгановтарҙы, күркәм юбилейын билдәләгән  ауылдаштарын ҡотланылар. Йыраҡта йәшәһәләр ҙә, тыуған яҡтарын Валентина Немкова, Игорь Долганов һағынып йыш ҡайта. Был юлы ла улар буш ҡул менән ҡайтмаған. Яҡташтары өсөн өҙөлөп торған мәсәүҙәр  киң күңеллелек күрһәтте, иҫтәлекле бүләктәр тараттты.

Ауылдағы байрам киске дискотека менән тамамланды.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: