Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
19 Июль 2022, 16:20

Онтолмаҫлыҡ тәме!

Апайҙарына эйәреп еләккә барған дүрт-биш йәштәрҙәге  ике бала әлһерәп күләгәгә барып ултырғандар, ти. Бәләкәй генә кружкала еләктәр күҙҙе ҡыҙҙырып ҡояшта ялтырай.“Ҡара әле, еләктәр тирләгән. Әйҙә, ашайыҡ та ҡуяйыҡ”, - тип береһе икенсеһен ҡоторта икән. Артыҡ инәлтеп тормағандыр тип уйлайым икенсеһе лә. Болондарҙа, туғайҙарҙа ҡып-ҡыҙыл булып ер еләге өлгөрҙө. Тәбиғәт биргән байлыҡтан файҙалана белгәндәр өсөн ҡыҙыу осор хәҙер. Ер еләге үҙенең иҫ киткес тәме менән генә түгел, сәләмәтлеккә тәьҫире менән дан тота. Социаль селтәрҙәрҙә күптән ер еләкле фотолар барлыҡҡа килде. Ысынлап та, быйыл бар нәмә уңған. Болон бит еләк йыйыу урыны ғына түгел, ундағы төрлө төҫтөге ғәжәйеп матур сәскәләрҙең, үләндәрҙең, ағас япраҡтарының хуш еҫенән баш әйләнә, үҙеңде ожмахтағы кеүек хис итәһең. Ундағы гүзәллек, ундағы рәхәтлекте ҡайҙа тойорға була икән, әйтеүе лә ҡыйын.

 

Болондарҙа, туғайҙарҙа ҡып-ҡыҙыл булып ер еләге өлгөрҙө. Тәбиғәт биргән байлыҡтан файҙалана белгәндәр өсөн ҡыҙыу осор хәҙер. Ер еләге үҙенең иҫ киткес тәме менән генә түгел, сәләмәтлеккә тәьҫире менән дан тота. Социаль селтәрҙәрҙә күптән ер еләкле фотолар барлыҡҡа килде. Ысынлап та, быйыл бар нәмә уңған. Болон бит еләк йыйыу урыны ғына түгел, ундағы төрлө төҫтөге ғәжәйеп матур сәскәләрҙең, үләндәрҙең, ағас япраҡтарының хуш еҫенән баш әйләнә, үҙеңде ожмахтағы кеүек хис итәһең. Ундағы гүзәллек, ундағы рәхәтлекте ҡайҙа тойорға була икән, әйтеүе лә ҡыйын.

Еләктең файҙаһы

Хуш еҫле ер еләге А. В, С, Р витаминына, органик кислоталарға, тимер, фосфор, кальцийға бай.

Еләк аппетитты аса, хәтерҙе яҡшырта, һыһынды ҡандыра, матдәләр алышыуын яйға һала, ҡан баҫымын көйләй. Һалҡын тейгәндә файҙалы, юғары температураны төшөрә, быуындар һыҙлағанда, подагра булғанда ла ашарға кәңәш итәләр. Имунитетты нығытыу, бит тиреһен йәшәртеү сараһы булараҡ ҡулланылған.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: