Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
4 Октябрь 2022, 14:57

Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе

Әбет һәм Ерек ауылдарында өлкән йәштәге ветерандарҙы Ололар  көнөнә  арналған  кисәгә саҡырып тәбрикләнеләр, сағыу концерт номерҙары менән уларҙың күңелен күтәрҙе һәүәҫкәр артистар.

  Ошо арала халыҡты шомландырып байтаҡ йәштәребеҙ ил саҡырыуы буйынса оҙатылғас, бөтә тирә-яҡ болоҡһоп, баҙап ҡалған кеүек булды. Атай-әсәй, өләсәй-олатайҙарҙы бер аҙ тынысландырыу сараһы итеп күрҙем мин Әбет ауылында уҙған Оло йәштәгеләр көнөнә  арналған  кисәне.

 Ҡыйыуһыҙ ғына килеп ингән инәй, бабайҙар ейән-ейәнсәрҙәренең ҡотлау сәләмдәрен ишетеп йөҙҙәре нурланып, күңелдәре күтәрелеп  китте. Клуб мөдире Миләүшә Бикҡужина мәктәп балаларына матур бейеүҙәр өйрәткән икән. Илүзә Ҡотлоюлова менән Алтынай Юлыбаева “Еләккә барыу”, Рәйлә Смаҡова, Нәркәс Сәфәрғолова, Эвелина Бикташева, Миләүшә Бикҡужина  “Самауыр сәйе” бейеүҙәрен башҡарҙылар, ә Айгизә Бәҙриева, Айгөл Смаҡова һәм Гүзәлиә Юлыбаева ҡунаҡтарға йыр бүләк иттеләр.  

         Әбет ауылы хакимиәте башлығы Фәнир Үмәрғәлин оло йәштәгеләрҙе байрам менән ихлас ҡотланы, матур йыр ҙа башҡарып ҡуйҙы. Концерттан һуң ололар сәй табынына саҡырылды. Башта Зөфәр Иҫәнов илебеҙ һаҡсыларының иҫән-имен йөрөп ҡайтыуҙарын теләп, уларға бағышлап доға уҡып ишеттерҙе. Аят тыңлап күңеле тынысланған инәй-бабайҙар рәхәтләнеп ултырып сәй эстеләр, Хәлиҙә Шәйәхмәтованың шиғырҙарын тыңланылар. Кисәнән барыһы ла спонсор ярҙамы күрһәткән Ғүмәр Иҫәновҡа ҙур рәхмәт белдереп, уға иҫәнлек-һаулыҡ теләп таралышты.

 Ошондай уҡ сара Ерек ауылында ла гөрләп үтте. Клуб етәксеһе Тәнзилә Яҡупова бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән Ғүмәр Иҫәнов ярҙамында бай табын әҙерләгәйне. Ололарҙы байрам менән ҡотлап Әбет ауылы хакимиәте етксеһе Фәнир Үмәрғәлин: ”Ололар беҙҙең таянысыбыҙ, беҙ гел оло һүҙен йыҡмай, тыңлап, улар кәңәше менән йәшәйбеҙ. Тағы ла оҙаҡ йылдар буйы ошолай матур, һау-сәләмәт ҡалығыҙ, беҙҙе рухи байытып йәшәгеҙ”,- тине. Шулай уҡ ауылдың иң оло йәштәгеләрен һанап үтте. Туҡһан йәшен тултырған Асия Күсмәева, Флүрә Оморҙаҡова, һикһән йәштән уҙған  Рәшит Күсмәев, Ғәшүрә Иҙрисова, Нәжимә Назарғолова, Сәлих Хәйбулдин, Мәрфуға һәм Зәйтүнә Насироваларға тыныс ҡартлыҡ, балалары ҡарамағында булыуҙарын теләне. Етәксе бында ла ололарҙы хөрмәтләп йыр йырлап ишеттерҙе.

          Байрам сәйенә Түбәнге Таш ауылынан да килгәйнеләр. Күстәнәстәр менән килгән Рима Яҡшыева менән Миңнинур Үтәшеваларҙы шатланып ҡаршыланы еректәр. Күңелле кисәлә ауыл хәбәрҙәре, дәрле көйҙәр, матур йыр, шиғырҙар гөрләп торҙо.  Илгә именлек, халыҡҡа иҫәнлек теләп таралышты ҡунаҡтар.  

Хәлиҙә Шәйәхмәтова.

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: