Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
10 Август 2023, 10:58

Тормошо ике “бишле” билдәһенә лайыҡ!

Йәйҙең иң гүзәл мәлдәренең береһендә, август башында, беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ – тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, туғаныбыҙ Рәмил Аҡсулпанов үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.

Һөйөклөбөҙгә  55 йәш тулды. Уның ошоға тиклем үткəн ғүмере, ысын мәғәнәһендә, ике “бишле” билдəһенə лайыҡлы тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Килəсəктə лә тормош юлы матур булыуына иманыбыҙ камил. Бәрәкәтле, яҡты, нурлы ғүмер юлына ул, һис шикһеҙ, хаҡлы, сөнки бәләкәйҙән тырыш хеҙмәттә сынығып, кешелектең иң күркәм әҙәп ҡағиҙәләрен ҡанына һеңдереп үҫкән, йәшәгән кешенең башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.

Ҡәҙерлебеҙ – Һарыш ауылы егете. Ун балалы Миңнира һәм Ғәйнетдин Аҡсулпановтарҙың татыу ғаиләһендә һигеҙенсеһе булып донъяға килә. Башланғыс белемде тыуған ауылында алған үҫмер 5-се кластан Ишембай ҡалаһында уҡый. Артабан уҡыуын баш ҡалабыҙ Өфөлә музыкаль йүнәлешле белем биреү учреждениеларының береһендә дауам итә.

Бала саҡтан үҙ аллы тормошҡа күнеккән, яҡшыны ямандан айырырға өйрәнгән, изгелектең, миһырбанлыҡтың, йомартлыҡтың бөйөк көскә эйә булыуын аңлап үҫкән егеткә Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәүе лә ауыр булмай. Венгрияла хеҙмәт итеп,  армиянан ысын тормош мәктәбен үтеп ҡайта. Сит тарафта булғанда кесе Ватанының, тыуған ауылының тартыу көсөн, яҡын кешеләренең йылыһын, ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ аңлай.

Белемле, тырыш, үҙ аллы ҡарар ҡабул итә белгән, эшһөйәр һәм оло аҡыллы кешебеҙ алдында төрлө мөмкинлектәр торһа ла, ул үҙен тыуған төйәгендә нығыраҡ кәрәклеген бар күңеле, булмышы менән тоя. Шуға ла армиянан ҡайтҡас күп уйлап тормай, ауылда төпләнергә, атай-олатайҙарының кендек ҡаны тамған ерҙә тамыр йәйергә хәл итә.

Боронғоларҙың, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуя юлына тигәндәре хаҡ икән, күп тә үтмәй атайыбыҙ үҙе кеүек егәрле, киң күңелле, ярҙамсыл Хәлиҙә исемле ҡыҙҙы, үҙенең икенсе яртыһын осрата һәм уны үҙенең ғүмерлек тормош юлдашы, тыуасаҡ балаларының әсәһе итеп һайлай. Татыу ғаилә, өс балаһына, ғүмер биреп, икеһе эйә булған иң күркәм сифаттарҙы тапшырып, беҙҙе үҙ аллы тормош юлына баҫтырҙы. Әсәй менән атай биргән һабаҡтар беҙҙең өсөн мәңгелеккә йөрәккә уйылып ҡалды. Кесене-олоно берҙәй хөрмәт итергә, мохтаждарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә, эш һөйөргә, кешелекле, кеселекле булырға өйрәтте улар. Бөгөн өсөбөҙ ҙә үҙ аллы тормош юлына лайыҡлы баҫҡан, яратҡан эшебеҙ, ихтирам иткән туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ булған кешеләрбеҙ.

Әҙәм балаһын яҙмышы йыш ҡына һайлау алдына ҡуя. Кеше юл сатында, киҫелештәрҙә, боролоштарҙа торғанда йә аҡылына, тормош тәжрибәһенә, йә күңеле ҡушҡанса хәл итә. Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ аҡылына ла һәм йөрәк кисерештәренә таяналыр кеүек. Шуға ла уның бар ниәте, башлаған эше уңышлы тамамлана. Ул эргә-тирәһендәгеләр менән аңлашып, тирә-яҡ мөхит менән гармонияла йәшәй. Тап шул сәбәпле уның эргәһендә һәр ваҡыт рәхәт һәм ҡотло, яҡты. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, еренә еткереп, йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәне. Ауыл клубында мәҙәни ойоштороусы, колхозда иретеп йәбештереүсе, механизатор булып та эшләне. Һыйыр һауыу операторы булып эшләгәндә төрлө кимәлдәге һөнәри конкурстарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Уның фиҙаҡәрлеге тураһында Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары ла дәлилләй. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, кешелек сифаттарың алдында баш эйәбеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рәмил Ғәйнетдин улы Аҡсулпановты 55 йәше менән ысын йөрәктән ҡотлап, теләктәрҙең иң изгеһен теләйбеҙ.

Көндәрең - ҡояшлы, төндәрең – айлы-йондоҙло, кистәрең - ал шәфәҡле, таңдарың - яҡты һәм тыныс, һаулығың - ныҡ, ғүмерең - оҙон һәм бәхетле булһын! Һин беҙҙең терәк - таянысыбыҙ, иң ҡәҙерле кешебеҙ. Беҙ һине яратабыҙ! Тормоштоң йəмлеһен, бəхеттең ташып торғанын, хыялдарыңдың бойомға ашҡанын телəйбеҙ!

Иң изге теләктәр менән ҡатының Хәлиҙә, ҡыҙҙарың Рита, Рима, улың Динислам, ейәндәрең һәм туғандарың.

Тормошо ике “бишле” билдәһенә лайыҡ!
Тормошо ике “бишле” билдәһенә лайыҡ!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: