Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
15 Август 2023, 10:10

Бейеүсе, йырсы ғына түгел ул!

10 йәшлек Самир Латипов сәнғәттә генә уңышҡа өлгәшә, тип уйлағандар яңылыша.

Бейеүсе, йырсы ғына түгел ул!
Бейеүсе, йырсы ғына түгел ул!

 

Фотола күргән шәп малайҙы мәләүездәр таный, шулай ҙа белмәгәндәрҙе таныштырып үтеү яҙыҡ булмаҫ. 10 йәшлек Самир Латипов сәнғәттә генә уңышҡа өлгәшә, тип уйлағандар яңылыша. Атайы эштә булғанға, йорт-ҡура эше уның елкәһенә төшә. Өлкәндәрҙең ҡат-ҡат әйткәнен көтмәйенсә тауыҡтарҙы ашата, йәшелсәләргә һыуын һибә, сүп үләнен йолҡа. Ҡурай еләгенең уңышы мул булған,  һатып, әҙме-күпме килем алғандар. Ваҡытында тәрбиәләгәс, помидорҙары түтәлдә ҡыҙарышып бешеп өлгөргән. Ә картуфын ҡарағыҙ һеҙ, уның  ауырлығы 700 грамдан да күберәк. “.40 көндә өлгөрә торған, урыҫса “синеглазка” тип йөрөтөлгәнен сәскәйнек. Яңыраҡ ҡаҙып алдыҡ, һәр төптән 5-6 эре картуф сыҡты, йыйыуы бигерәк күңелле булды”, - ти малай. Афарин, Самир, күпселек бала-саға телефон, комьютер, планшет мониторына текәлеп ултырғанда, уңған малай эшкә эшкингән, ныҡлы ҡул араһына ингән. Ә һеҙҙең баҡсала ниндәй йәшелсә, еләк-емеш үҙенең уңышы менән ҡыуандыра, фотоларығыҙҙы ебәрегеҙ, һөйөнөсөгөҙ менән уртаҡлашығыҙ.

 

Бейеүсе, йырсы ғына түгел ул!
Бейеүсе, йырсы ғына түгел ул!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: