Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
31 Август 2023, 10:51

Ошо ергә тире тама, унан ҡеүәт ала уңғандар

Арыш баш ҡоҫҡан мәл иң бәхетле көндәрем тигән фекерҙә ул. Бөгөн фермер иген сәсеп, мал аҫырап ҡына йәшәмәй.  Замана шулай талап итә - бихисап ҡағыҙ мәшәҡәттәре лә өҫтәлгән  тығыҙ эш графигына. Ваҡытында отчет бирмәһәң,  субсидиянан ҡолаҡ ҡағаһың. Кредит алыр өсөн үҙеңдең түләүгә һәләтле булыуыңды дәлилләп, банк тупһаһын тапарға кәрәк.

 Әммә үҙҙәрен ерҙән, ошолай хужалыҡ итеүҙән башҡа  тормошон күҙ алдына килтерә алмағандар байтаҡ эргәбеҙҙә.  Тырыша, яңы  үҫеш ысулдары эҙләй,  машина-трактор паркын яңырта, биналар төҙөй һәм үҙҙәренә йәш кадрҙар йәлеп итә улар. Бөгөн Тирәкле ауылынан “ Ғирфатов” фермер хужалығы башлығы эшҡыуар Илдар Вәкил улы, уның хужалығы, план-маҡсаттары тураһында бәйән итергә булдыҡ.

 “Атлант” фермер хужалығы эшмәкәрлеген 1992 йылда 17 гектар ер майҙаны менән башлай.  Бөгөн  иһә Илдар Ғирфатов  аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарың береһе . Ер майҙаны 1850 гектар, үҫемлекселектә төрлө сорттар һыналып, гектар ҡеүәте юғары булғандары ғына һайлана. Ужым культуралары майҙаны арта, тәбиғәт шарттары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан уларҙың  уңышы юғары. Техник культураларҙан шәкәр сөгөлдөрө 40 гектар самаһы, элита сортлы  көнбағыш баҫыуы  майҙаны ла арта.

Йыл да машина-трактор паркы заманса техника иҫәбенә тулыландырыла. Һуңғы өс йылда ғына сәсеү комплексы, һабан, РСМ тракторы, хужалыҡта кәрәк башҡа төрлөһө һатып алынған.

 - Кадрҙар йәш, әммә ышаныслы, шуларҙың береһе -  Игорь Зверев.  Мин уға тулыһынса  ышанам. Бөтә техника менән идара итә, орлоҡ ағыулау, һаҡлау, эшкәртеү - уның ҡулдары аша үтә, - ти Илдар Вәкил улы.  - Евгений Денисов, Тимур Кәримов, Рөстәм Мурзаевтар эше менән ҡәнәғәтмен.

Малсылыҡ тармағы ла үҫеш юлында, аҙыҡ запасы артығы менән  тупланған. Фермала 90 баш һыйыр, 140 баш башмаҡ иҫәпләнә. Көтөүҙе бер көн ялһыҙ ошонда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан 74 йәшлек Сынтимер Ишҡолов көтә. Һәүкәшкәйҙәрҙе бер кемгә лә ышанып тапшыра алмайым тип, алмашҡа малсы ла алдырмай икән.

Илдар Ғирфатов үҙ иҫәбенә ауыл эсендәге юлдарҙы ремонтлаған, зыяратты кәртәләгән, күперҙе тәртипкә килтергән. Ошонда эшләгән кадрҙар өсөн 5 йорт һатып алып, ремонтлатҡан.

-Эш булмаһа, нимә лә булһа, уйлап табабыҙ, тигән һүҙҙәрен шаяртыуҙыр тип ҡабул итһәм дә,  ике йыл рәттән  ауыл янында 8 саҡырымға яҡын урман һыҙатын таҙартыуҙарын күргәс, һүҙһеҙ ҡалдым. “Атайсал” программаһында ла ҡатнашып, байтаҡ изге эш башҡарған. Милли матбуғатты уҡыусыларға ла теләктәшлек йөҙөнән ярҙам күрһәтте фермер.

Эш алып барыу, отчет тапшырыу, килешеүҙәр төҙөүҙә улдары Ренат, Назар ярҙам итә. Кесеһе Искәндәр ҙә интернет селтәрҙәре аша яңы сорттар тураһында мәғлүмәт менән таныштыра.  Бер төптән эшләгәнгә хужалыҡты уңыш оҙатып йөрөй.

Ошо ергә тире тама, унан ҡеүәт ала уңғандар
Ошо ергә тире тама, унан ҡеүәт ала уңғандар
Ошо ергә тире тама, унан ҡеүәт ала уңғандар
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: