Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
3 Ноябрь 2023, 01:10

Йола тотҡан - хур булмаҫ

Смаҡ ауылы ағинәйҙәре юрған һырыны.

Йола тотҡан - хур булмаҫ
Йола тотҡан - хур булмаҫ

Тәбиғи мамыҡтан юрған һырыу өмәһе халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаһы. Элек әсәйҙәр,өләсәйҙәрҙең бала тыуғас, ҡыҙҙар кейәүгә сығырға булһа өмә яһап юрған һырып биргәндәр. Бөгөн Смаҡ ауылы ағинәйҙәре юрған һырыу йолаһына йыйылды.
Күпме күҙ нурҙары түгелеп, күңелдәрҙә булған иң изге теләктәр әйтеп, йомшаҡ ҡулдарының йылыһы күсеп һырыла бит ул юрғандар. Уйын - көлкө, йыр,йомаҡтар менән нисек юрғанды эшләп бөткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалды эшһөйәр ағинәйҙәр.
Эх, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!
Эшләһәләр эштәре, йырлаһалар йырҙары!

Мәғлүмәт һәм фото: https://vk.com/club222351392

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: