Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
30 Ноябрь 2023, 13:30

Аптырамай был аптраҡтар!

Улар ауыл биләмәһендәге МТЗ-82 тракторына ҡышын ҡар таҙартыу өсөн махсус ҡоролма һатып алды.

Аптырамай был аптраҡтар!
Аптырамай был аптраҡтар!

Районда «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла һәм хәл итеүҙе талап иткән көнүҙәк мәсьәләләрҙе ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Аптраҡтар был программала 2016 йылдан ҡатнашып, быға тиклем дә байтаҡ эштәр атҡарғайны. Быйыл программа сиктәрендә ауыл биләмәһендәге МТЗ-82 тракторына ҡышын ҡар таҙартыу өсөн махсус ҡоролма һатып алынды.

- Киләсәктә халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланыласаҡ ҡоролмаға аҡса республика һәм район ҡаҙнаһынан бүленде, шулай уҡ уны кешеләр үҙҙәре лә йыйҙы, спонсорҙар ҙа ярҙам күрһәтте.
Беҙҙең мөһим мәсьәләне уңышлы хәл итеүгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм, - ти Аптраҡ ауыл биләмәһе башлығы Фидан Юлтимеров.
Ҡар - бураны менән мәшәҡәт тыуҙырған ҡыш миҙгелендә юл таҙартыу өсөн кәрәкле ҡоролма халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итһен һәм биләмәләге юл, урамдар һәр ваҡыт таҡыр булһын.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: