Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
4 Декабрь 2023, 17:57

Әүҙемлек һәм берҙәмлек ҡаршылыҡтарҙы еңә

Аптраҡ биләмәһенең Томансы ауылы халҡы  “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” сиктәрендә  йыйылышта ҡатнашты.

 Сараны асып, биләмә башлығы Фидан Юлтимеров “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның асылы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, ошо программа ярҙамында уҙған йылдарҙа башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Был программа биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға конкурс нигеҙендә республика бюджетынан аҡсалата ярҙам бүлеүҙе күҙаллай. Иң мөһиме, унда халыҡ әүҙем ҡатнашырға һәм  һайлаған проект биләмәлә өҫтөнлөклө проблеманы хәл итергә йүнәлтелгән булырға тейеш. Үткәне һәм тарихына ихтирам менән ҡараған халыҡ ауыл зыяратының ҡоймаһын ремонтлау проекты өсөн тауыш бирҙе. Әйтергә кәрәк, биләмә халҡын урында ойошторолған төрлө конкурс, милли байрам, саралар элек-электән берләштереп килә. Был юлы ла улар мотлаҡ эште еренә еткерер тигән ышаныстабыҙ.

Әүҙемлек һәм берҙәмлек ҡаршылыҡтарҙы еңә
Әүҙемлек һәм берҙәмлек ҡаршылыҡтарҙы еңә
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: