Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
30 Ғинуар , 12:10

Уҡып бөткәнсе, һын ҡатып, эс ауыртып бөттө

Ҡушаматтарға бәйле төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр булып тора. Гел юмор менән һөйләшкәнгә, курсташымды Петросян тип кенә атайбыҙ.  Бер ирҙе Пух тип йөрөткәндәр. Сегәндәр тәҙрәһен туҡылдатып: “Пух есть?” - тип һораһалар, ҡатыны “Пух ниту, на работе”, - тигән булған. Кешегә күп кәрәкме, телдән телгә таралған. Һеҙҙең яҡта ла кешеләргә ҡушамат тағалармы?

Уҡып бөткәнсе, һын ҡатып, эс ауыртып бөттө
Уҡып бөткәнсе, һын ҡатып, эс ауыртып бөттө

“Ҡап-ҡап” тип бер һәйбәт кенә урыҫ бабайын йөрөткәндәр.  Тамағына операция яһағандар ҙа, муйында алғы яҡтан тишек ҡалдырғандар. Килеп хәбәр һөйләһә, ишетелмәгән, аңлашылмаған, тик шул тишек кенә, “ҡап-ҡап” тигәнерәк тауыш сығарып, асылып-ябылып торор булған.

  “Ҡушамат ҡай саҡта балаларына ла күсә. Бер класта нимес Илһам, урыҫ Рәзилә, япон Әлиә уҡыны, әле лә шул ҡушаматты йөрөтәләр”, - ти курсташым.

Бер ауылда “Башҡорттарым Йосоп” ҡушаматлы бабай булған. Эсеп алды ниһә, башҡорттарым, тип шиғыр сығарып һөйләп йөрөй торғайны, тиҙәр. Һәр шиғыры, башҡорттарым, тип башланған. Һүҙҙәре ныҡ матур, күңелгә ятмалы ине , ваҡытында яҙып алыусыһы ғына булмаған.

Нимес, Банан, Эшкәлник, Черепок, Туҫтаҡ, Кәстрүл, Му-му, Ҙурбаш, Бәләкәйбаш,  Шаңҡауыҡ, Амрай, Самрай, Шапшан, Йонсоу, Ҡауый, Һәкеш, Сәмәкәй, Ҡажылдаҡ, Ҡылморон, Гелбергә (ирле-ҡатынлыны йөрөгәнгә), Каратист, Эфиоп, Аҡмалай, Доллар, Өс тин, Пяткопеек, башмаҡ, Игәү, төтөнһөҙ, быҙау, ҡуян, Башҡа эсмәйем, Хроник, Домашний осеминатор, Гитлер, Әтекәү-әнекәү, Рабыня Изаура, Әт-һөт Мәрфуға, Жизни (башҡорт ауылында йәшәгән татар кейәүе), Урыҫ Фәрит (ҡатыны урыҫ), Ҡыйыш баш Йәмилә, Шайтан, Торомбаш, Патрон, Копченый, Будулай һәм башҡалар. Уларҙы һанай китһәң, осо-ҡырыйына сығырмын тимә.

Ә һеҙ ниндәй ҡыҙыҡлы ҡушаматтарҙы миҫалға килтерә алаһығыҙ?

Уҡып бөткәнсе, һын ҡатып, эс ауыртып бөттө
Уҡып бөткәнсе, һын ҡатып, эс ауыртып бөттө
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: