Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
5 Февраль , 10:30

Зыяратты тәртипкә килтереү - изге бурыс

Был хаҡта тулыраҡ: 

Зыяратты тәртипкә килтереү - изге бурыс
Зыяратты тәртипкә килтереү - изге бурыс

Районда уңайлы шарттар булдырыуға ҡағылышлы мәсьәләләргә айырым иғтибар бүленеп, был юҫыҡта мөһим эштәр башҡарыла.

Республикала «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы байтаҡ йылдар дауамында уңышлы эшләп килә. Райондың күп кенә ауыл биләмәләре ошо программаға мөрәжәғәт итеп, үҙҙәре кәрәкле тип тапҡан проекттарын тормошҡа ашырҙы. Был йүнәлеш бөгөн дә дауам итә. Уның сиктәрендә башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә биләмәләр, ихаталар тәртипкә килтерелеп, яңы төҫ ала.

Программа сиктәрендә Аптраҡ ауыл биләмәһенә ингән Томансы халҡы ауыл зыяратының кәртәһен алмаштырырға ниәтләй.

Дөйөм йыйылышҡа сығарылған был тәҡдимде ауыл кешеләре дәррәү күтәреп алған. Һәр кем өсөн мөһим булған һәм ҙур ғына сығымдар талап иткән ғәмәлде башҡарып сығыу өсөн, тәү сиратта, халыҡтың әүҙемлеге, берҙәмлеге һәм тырышлығы талап ителә.

Мәрхүм булған атай-әсәйҙәрҙең, яҡындарҙың һәм мосолман ҡәрҙәштәрҙең мәңгелек йортон тәртипкә килтереү - изге бурыс. Шуға күрә лә, биләмә халҡының ниәте ғәмәлгә ашһа, зыяратты тәртипкә килтереүҙән ауылдың бер генә кешеһе лә ситтә ҡалмаҫ, тип көтөлә.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: