Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
13 Февраль , 17:35

Йонсоу ғына төлкөнө Смаҡ ауылы янында фотоға төшөрөп алғандар

“Бигерәк йонсоу күренә. Сирле түгелме икән?” - тип хафалана ауылдаштар. 

Йонсоу ғына төлкөнө Смаҡ ауылы янында фотоға төшөрөп алғандар
Йонсоу ғына төлкөнө Смаҡ ауылы янында фотоға төшөрөп алғандар

Булыуы бик мөмкин.Былтыр көҙөн ҡала уртаһында иртән эшкә китеп барған фельдшерға берәҙәк бесәй ташланған. Сумкаһы менән һаҡланған ҡатын йүгереп ҡасып та ҡотола алмаған. Эшенә барып еткәс тә үҙен хәлһеҙләнеүен тойған һәм, әлбиттә, тиҙерәк һаҡланыу сараһын күргән. Бынан тыш миҫалдар күп килтерергә мөмкин, карантинға ауылы менән  ябылғанан осраҡты ла хәтерләйҙер мәләүездәр.

Ҡотороу ауырыуы  -зарарланған хайуан тешләгәндән һуң барлыҡҡа килгән вируслы ауырыу. Ул нервы системаһының зарарланыуы менән билдәле, дауаланмаған осраҡта үлемгә илтә. Вирус организмға үтеп ингәндән һуң, баш һәм арҡа мейеһенең нервы күҙәнәктәрендә үҙгәреш башлана.

“Беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡараған ҡайһы бер тораҡ пунктта эттәрен бәйҙән ысҡындырып ебәргән хужалар күп. Ҡышҡылыҡҡа ҡырағай йәнлектәр ауылдарға яҡынлаша. Йоғошло сирле төлкө, сысҡандар аша вирус эт-бесәйгә, малға, кешегә күсеүе мөмкин. Шуға ла иғтибарлы булығыҙ”, -  ти ауыл биләмәһе башлығы Светлана Уразбахтина.

Йонсоу ғына төлкөнө Смаҡ ауылы янында фотоға төшөрөп алғандар
Йонсоу ғына төлкөнө Смаҡ ауылы янында фотоға төшөрөп алғандар
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: