Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
17 Февраль , 06:53

ЕМЕРЕК ЙОРТТА ЙӘШӘГӘНДӘ МИНЕ ЯРАТАЛАР ИНЕ

Ауылдаштарым яратмай башланы.

ЕМЕРЕК ЙОРТТА ЙӘШӘГӘНДӘ МИНЕ ЯРАТАЛАР ИНЕ
ЕМЕРЕК ЙОРТТА ЙӘШӘГӘНДӘ МИНЕ ЯРАТАЛАР ИНЕ

Барыһы ла бура һатып алып, яңы өй һалып сыҡҡас башланды. Ауылдаштарым күрә алмай мине хәҙер. Элек ҡош-ҡорт өмәләре, һуғым аштары минһеҙ үтмәй торғайны. Һуңғы ике йылда мине саҡырмайҙар.

Элек тәҙрәһе ҡыйшайып, ана ауам-бына ауам тип торған йортта йәшәгәндә өйөм матурыраҡ, үҙем һөйкөмлөрәк булдыммы икән әллә тип уйлайым. Береһе менән дә һүҙгә лә килешмәнем, әрләшмәнем дә. Тик торғандан килмәне лә ҡуйҙы бергә ҡатышып йөрөгән кешеләрем. Аҡсам йыям, йорт һалам тип әйтмәнең тип береһе генә үпкәләүенең сәбәбен еткерҙе.

Беҙҙең халыҡта аҙағы хәйерле булһын тип, ҙур эш башлар алдынан бер кемгә лә әйтмәҫкә тигән ышаныу бар бит. Шуның өсөн генә өндәшмәгәйнем береһенә лә. Минең дә бит улар һымаҡ ҙур, матур йортта йәшәгем килә. Уларҙан бер ҡасан да көнләшмәнем.

Мәҙинә А.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: