Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
22 Апрель , 14:25

Халыҡ мөһим мәсьәләне хәл итмәксе

Ергән ауыл биләмәһенә ҡараған Үрге Юлдаш ауылы «Беҙҙең ауыл» муниципаль инициативалы бюджетлау проектын һайлап алыу конкурсында ҡатнаша.

Халыҡ мөһим мәсьәләне хәл итмәксе
Халыҡ мөһим мәсьәләне хәл итмәксе

Ергән ауыл биләмәһенә ҡараған Үрге Юлдаш ауылы «Беҙҙең ауыл» муниципаль инициативалы бюджетлау проектын һайлап алыу конкурсында ҡатнаша.

17 апрелдән проектта ҡатнашыу буйынса ауыл халҡы ҡатнашлығында йыйылыштар үтә.

Программала ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә проекттар араһында иң мөһиме тип ауыл зыяратының бер өлөшөн капиталь ремонтлауға ҡағылышлыһы һайлап алынды. Был мәсьәлә быға тиклем уҙған  йыйылыштарҙа ла күтәрелеп килгән.

Конкурстың һайлап алыу этаптарын уңышлы үтһә, ниәт иткән изге ғәмәл үтәләсәк, тип көтөлә. Проектты тормошҡа ашырыу яҡынса 400 мең һумға баһалана.

Ғариза һәм тейешле документтар тапшырылғандан һуң конкурстың һайлап алыу туры үтә. Әгәр проект етерлек балл йыя алһа, ул еңеүсе тип танылып, финанслау ала һәм тормошҡа ашырыла.

Үрге Юлдаштарға уңыштар теләйбеҙ!

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: