Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
23 Апрель , 13:50

Беҙҙә заманса көтөүсе мал көтә

Яҙ етһә, ауыл халҡы өсөн бер проблема ҡалҡа: мал көтөр өсөн көтөүсе табып булмай.  Сыбыртҡы шартлатып йөрөүселәр кәмегәндән-кәмей, уның ҡарауы заманса көтөүсе барлыҡҡа килде. Уның ыңғай һәм кире яҡтары тураһында әйтеп китегеҙ.

Беҙҙә заманса көтөүсе мал көтә
Беҙҙә заманса көтөүсе мал көтә

Көтөү сығыу - көйлө генә барған ауыл тормошон  үҙгәртеп ебәргән ҙур ваҡиға. Быйыл яҙ иртә килеүгә ҡарамаҫтан, малдарҙы көтөүгә 20 апрелдә генә сығара башланылар.  

Йылдан-йыл көтөү тәртибенә үҙгәрештәр индерелә, ҡайҙалыр көтөү көтәрлек кеше аҙая, мал һаны ла кәмей. Шуға һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа заманса көтөүсе популяр булып китте.

Мәләүез районы Арыҫлан ауылында электр көтөүсе һатып алғандар, тиҙҙән Восток ауылында ла алырға ниәт итәләр. Ә заман көтөүсеһенә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

Беҙҙә заманса көтөүсе мал көтә
Беҙҙә заманса көтөүсе мал көтә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: