Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
24 Апрель , 14:35

Эре баҡса еләге үҫтерәм тиһәң...

Викторияны туҡландырырға кәңәш ителә. Еләктәрҙе иҫке япраҡтарынан таҙалап, төбөн йомшартҡас, уның араларын көрәк осо менән ҡаҙып сығығыҙ. Унан һуң ошондай ҡатнашма эшләп, һибеп сығырға кәрәк.  

Ул былай әҙерләнә: 10 литр һыуға 0.5 балғалаҡ бор кислотаһы (ҡайнар һыуҙа иреткәс һалабыҙ), 0.5 балғалаҡ марганцовка, 15 тамсы йод, 2 аш ҡалағы нашатырь спирты һалып, болғатабыҙ. Унан еләк төптәренә 0,4 л һибеп сығабыҙ. Ул еләктәргә йәшәү көсө бирә, уңышын арттыра. Уңышығыҙ мул булһын!

Эре баҡса еләге үҫтерәм тиһәң...
Эре баҡса еләге үҫтерәм тиһәң...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: