Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
1 Июнь , 17:00

Һыртлан ауылының ҡото - ул Әүлиә шишмәһе

Мәләүез районында бер шишмә бар. Һыуы йомшаҡ, тәмле, кешене тынысландырыу, сихәтләндереү сифатына эйә. Әүлиә шишмәһе тип йөрөтәләр уны. Һыртлан ауылында урынлашҡан. Ауылдың бер яғын тау-урмандар ҡосаҡлаған, икенсе яғынан йәмле Ағиҙел иркәләй.

Һыртлан ауылының ҡото - ул Әүлиә шишмәһе
Һыртлан ауылының ҡото - ул Әүлиә шишмәһе

Ә шишмә Үҙәк урам башында тау һыртынан урғыла. Уның инешен һыртландар тәрбиәләп кенә тора. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып һәм ауыл халҡының тырышылығы менән тирә-янын кәртәләп алғандар. Был урынды тәбиғәт ҡомартҡыһы һымаҡ ҡына түгел, ә изгеләштереп ҡарайҙар.

Бөгөн ошо шишмә янында ауыл халҡы бик матур байрам ойошторҙо.

Был сара тағы бер тапҡыр Һыртланда егәрле, уңған, талантлы, илһөйәр халыҡ йәшәгәнлеген күрһәтте. Йәше-ҡарты иртән иртүк усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, самауыр ҡайнатып, байрамға килеүселәрҙе һыйлаған, өҫтәл әҙерләргә, бүләктәр алырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтеп, урындағы һәм мәҙәни-ял үҙәге һәүәҫкәр артистарының йырлы-моңло сығыштарын тыңлап, рәхәтләнеп аралашып, күңелдәрен бушатып таралышты.

Тағы шуныһы ҡыуандырҙы: байрамға килеүселәр дәррәү генә "Көнгәк" гәзитенә яҙылды. Яҙылыусылар араһында сәхнәлә бүләктәр ҙә уйнаттыҡ. Ике төп призыбыҙға - юрғандарға Зөләйха Ҡамбулатова һәм Сәүиә Йәнбирҙина лайыҡ булды. Ҡалғандар алъяпҡыстар һәм көнкүрештә кәрәкле үлсәүҙәр алып һөйөндө.

Был хаҡта тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: