Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
9 Июнь , 21:09

Июнь - йылдың алтынсы, йәйҙең тәүге айы.

Июндә туғайҙан салғы, июль баҫыуҙан ураҡ тотоп үтерһең.

Ер дымға мас булып, йәшелләнеп, йылы йәйге көндәр тулы кимәлдә хакимлыҡ итә башланы. Көн төндән оҙонораҡ бара. Ҡояш нурҙары көнбайышта юғалып бөтөүгә, көнсығышта күренә лә башлай. Бына шулайул шау-шыулы июнь. Көндөҙҙәрен ҡоштар балаларына ашарға эҙләһә, төндәрен һәм таңдарын таң ҡалдырып һайрайҙар. Ә бына кәкүк ай аҙағына саҡырыуын туҡтата. Халыҡта уйынлы-ысынлы итеп: “Кәкүктең тамағына арыш тығылды”, - тиҙәр.
Хәҙер инде ағастар емешкә төрөнгән. Ай урталарында алланып турғай еләге бешә башлай. Ул бөтөүгә ҡарай ер еләге ҡыҙара.
Ғәҙәттә июнь ҡоро килә. Дөрөҫ, ҡайһы саҡ ямғырҙары ла булғылай. Улары ла ҡойоп, биҙрәнән ҡойған кеүек яуа. Борсағы ла һорап тормай, дөбөрҙәтеп яуып та китә. Артынса еле иҫеп, ҡояш ҡыҙҙырып, ҡойо-бысраҡтың әҫәрен дә ҡалдырмай. Ә һауа... сафланып китә бындай саҡтарҙа. Күкрәп тултырып һулап туйып булмай!
Халыҡ календары был ай тураһында нимә ти:
Йәйҙең тәүге айы булыуға ҡарамаҫтан кемдер бесәнгә төшә. Емеш-еләк бешә. Рауза, пион кеүек ҡыҙыл төҫлө сәскәләр ата.
Әгәр һандуғас төнө буйы һайрай икән, икенсе көндө көслө ел була.
Июндәге ямғыр алтын тауға тиң.
Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы була.
Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо йылыта.
Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.
Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй ҡоро, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп була.
Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла.
Ҡарлуғас йәй башлай, һандуғастан йәй тамамлана.
Июнь айында сәскә күп, һандуғастар йырлай, июнь айында күңелле, ә ризыҡ аҙ.
Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.
Сәскә атыусы миләшкә бал ҡорттары күпләп йыйылһа, иртәгәһенә һауа торошо һәйбәт булыр
Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр. 
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/2044520
Июнь - йылдың алтынсы, йәйҙең тәүге айы.
Июнь - йылдың алтынсы, йәйҙең тәүге айы.
Автор:
Читайте нас: