Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
25 Июнь , 18:26

Һеҙҙекеләр каникулға килдеме?

Ял итһен тип ейәнемде, ауылда ҡалдырҙылар...

Ял итһен, тип ейәнемде
Ауылда ҡалдырҙылар.
Ни ярай, нимә ярамай
Барыһын ярып һалдылар.
Һыу буйына бик төшмәһен
Төшһә, һыуҙы кисмәһен.
Башына тиҙ эҫе ҡаба,
Бер үк кепка сисмәһен.
Ялан аяҡ йөрөп тағы
Аяғын киҫтермәһен.
Велосипедҡа атланып
Ҡояшта йөрөмәһен.
Ҡаҙҙар янына бармаһын -
Ата ҡаҙ уҫал, суҡыр.
Көтөү ҡайтҡанда сыҡмаһын,
Үгеҙҙән үҙе ҡурҡыр.
9 тулһа йоҡларға һал,
Төндә тыныс йоҡламай.
Ятыр алдынан ашатма,
Ашҡаҙанға ярамай.
Тағы миндек бәйләргә тип
Урманға апармағыз.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар,
Талпаны ҡаҙалмаһын.
Быйыл йылан күп йыл, тиҙәр
Еләккә йөрөтмәгеҙ.
Тағы тиҙ өшөп барыусан,
Кейенһен, өшөтмәгеҙ.
Ул ярамай, был ярамай
Миңә нисек бағырға?
Бер нәмә лә ярамағас,
Ниңә һуң ҡалдырырға?
Әсәләре ҡайтып китте,
Ейәнде алып ҡалдым.
Бар килтергән уйынсығын
Алдына теҙеп һалдым.
Уйынсыҡтар кәрәк түгел,
Ейән сығырға һорай.
Күптән һағынып көткәнгә
Һүҙен тыңламай булмай.
Минән яуап көтөп тормай
Ни арала өлгөрҙө.
Сәпитенә атланып,
Һыу буйына елдерҙе.
Кепка осоп ерҙә калды,
Ҡараһам, ялан аяҡ.
Ата ҡаҙҙы тибеп китте,
Булһын тиеп ҙур һабаҡ.
Кискә көскә ҡайтып килә
Еләк йыйған тәлгәшләп.
Ҡайын япраҡтарын алған
Миндеккә тиеп бәйләп.
Көтөү ҡайта, мин саҡырам
Ейәнде керетергә.
Ә ул ҡурҡырға уйламай
Үгеҙҙе үсектерә.
Шулай көнөбөҙ ҙә үтте
Йоҡларға урын һалам.
- Өләсәй, мин йоҡламайым,
Әҙерәк ашап алам.
Ашап-эсеп, барып ятты,
Тиҙ генә йоҡлап китте.
Таң атҡансы уянманы
Ахыры арыу етте...

@ Гөлсөм Хафизова.

Һеҙҙекеләр каникулға килдеме?
Һеҙҙекеләр каникулға килдеме?
Автор:
Читайте нас: