Һалдат артабанғы аралашыуҙы үҙе әйтмешләй, күңелле хәбәргә күсереп, бындағы аҡ ҡарҙы, буранлы һыуыҡ ҡышты һағыныуы тураһында яҙып алып китә.
«Бында көндәр яҙға тартым, йылы. Унда нисек?» тип, уға бер-нисә фоторәсем ебәрәм. Күңелендәге һағышын шуларға ҡарап булһа ла баҫһын әле.
«Һеҙ беҙҙең өсөн артыҡ борсолмағыҙ, йәме? Күптән күп нәмәнән ҡурҡмай башланыҡ. Ҡорал да бар, уяулыҡты ла юғалтмайбыҙ. Бына тағы баш өҫтөндә дрон өйөрөлә әле ул...»
Һүҙебеҙ ошо урында өҙөлөп ҡала. Бындай мәлдәрҙә борсолоу айырыуса артып, ул һалдат яңынан хәбәргә сыҡҡансы дауам итә.
Яугир, гел яу тураһында түгел, һауа торошо тураһында булһа ла һөйләшәйек, тип мәрәкәләп, һүҙҙе башҡа яҡҡа борорға тырышһа ла, уяулыҡты бер минутҡа ла юғалтырға ярамағанлыҡты аңлатҡан дошман үҙ эшен эшләй, күрәһең...
Телефонда күп һалдаттарҙың, шул иҫәптән әлеге яҡташымдың да махсус хәрби операцияға киткән саҡтағы фотолары һаҡлана. Уларҙы бөгөнгөләре менән сағыштырып ҡараһаң, шаҡтай айырма һиҙелә. Рәсемдәргә ҡарап, байтаҡ ваҡытҡа һуҙылған МХО-ның йәш кенә егеттәребеҙҙе лә байтаҡ өлкәнәйткәнен аңлау тетрәндерә.
Маңлайҙарға тәрән һыр булып ҡына түгел, күптәрҙең йөрәгенә мәңге уңалмаҫ яра булып ятҡан ҡан ҡойоштоң тиҙерәк тамамланыуын көтәбеҙ.
Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттең 11-се һанында донъя күрҙе.
Автор фотоһы.