Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин интернет селтәрендәге сәхифәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре һәм яҡындары менән таныштыра.
Етәксенең сираттағы яҙмаһы яҡташыбыҙ, ил именлеге һағындағы яугир Ә.Ваһапов тураһында:
«Яугир Мәләүездә тыуып үҫкән һәм уҡыған. Башта полицияла оперуполномоченный, һуңыраҡ урындағы шәкәр заводында хәүефһеҙлек буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.
2022 йылда мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға саҡырыла. Бөгөн ул алғы һыҙыҡта Тыуған ил мәнфәғәтен яҡлай.
Яугир: «Минең өсөн фронтовик олатайым Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө булды. Үҙем улыма шундай уҡ өлгө күрһәтергә тырышам. Ғаилә, Тыуған ил, намыҫлылыҡ һәм ғәҙеллек - һүҙ генә түгел, мәңгелек ҡиммәттәр һәм дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеүсе, ауыр мәлдәрҙә терәк булған төшөнсәләр. Тормошта ниндәй генә хәлдәр килеп тыумаһын, һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға кәрәк», - ти.
Яҡташыбыҙ хәрби ҡаҙаныштары өсөн дүрт тапҡыр: Жуков, «Хәрби батырлыҡтары өсөн», «Генерал Шайморатов», «Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Ул төбәктә кадрҙар потенциалын булдырыу һәм камиллаштырыу өсөн республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты ҡатнашыусыһы ла. Мәләүез ере бына ошондай ысын ир-егеттәр тәрбиәләгән!», - тип яҙа Зәбир Таһирйән улы.
Ватандың ҡыйыу һаҡсыһы, илһөйәр улы булған яҡташыбыҙҙың яу яланынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, үҫеп килгән йәштәр күңеленә Тыуған илгә һөйөү һәм тоғролоҡ тойғоларын һалып, үҙ өлгөһөндә ҡаһарман һалдаттар тәрбиәләүен теләйбеҙ.
Мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/gabdullin_zt.