Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Апрель 2025, 02:29

Шәхси хәрби компания ветерандарына түләү мәсьәләһе ҡарала

Шәхси хәрби компаниялар составында МХО-ла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандарына аҡса түләнмәүе ғәҙел түгел, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Был хаҡта республика етәксеһе бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында белдерҙе.

Шәхси хәрби компания ветерандарына түләү мәсьәләһе ҡаралаШәхси хәрби компания ветерандарына түләү мәсьәләһе ҡарала
Шәхси хәрби компания ветерандарына түләү мәсьәләһе ҡарала

«Һәр эш сәфәре барышында мин яугирҙәрҙең туғандары менән осрашам. Салауат һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында һәләк булған ир-егеттәрҙең ата-әсәләре менән осраштым. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы танытмаһын алған яугирҙәргә беҙҙең аҡса түләнмәй, тинеләр миңә. Был ғәҙел түгел тип уйлайым. Төрлө нюанстар бар, ошомиңә тәҡдимдәр индереүегеҙҙе һорайым», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров Башҡортостандың «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондына.

Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас