Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Фәрештәләр беҙҙең эргәлә

24 июндә Салауат дәүләт башҡорт драма театрында бушлай «Фәрештәләр беҙҙең эргәлә» спектакле күрһәтелә. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм Салауат ҡалаһы ирекмәндәре өсөн ойошторола.

Фәрештәләр беҙҙең эргәләФәрештәләр беҙҙең эргәлә
Фәрештәләр беҙҙең эргәлә

Гөлнара Янышеваның «Фәрештәләр беҙҙең эргәлә» пьесаһы — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү йылына арналған әҫәр.

«Премьера быйыл булды, тамашасылар уны йылы ҡабул итте. Сөнки һәр кемдең Тыуған илебеҙҙе яҡлаған туғандары һәм дуҫтары бар. Барыбыҙ ҙа улар өсөн борсолабыҙ һәм имен-һау  ҡайтыуҙарын көтәбеҙ», — тине режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафаэль Ғәйнуллин.

Театр хәбәр итеүенсә, ижади миҙгел дауамында хәрбиҙәрҙең туғандары стационар театрҙа ла, гастролдәрҙә лә бушлай спектаклдәр ҡарай алды. Был тәжрибә дауам итәсәк. 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:
Читайте нас