Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Август 2025, 12:00

Алмаз Ғүмәров - “Башҡортостан геройҙары” рәтендә

Республикала “Башҡортостан геройҙары” программаһының һайлау турына үткән яугирҙәр араһында Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы егете Алмаз Ғүмәров та бар.

Алмаз Ғүмәров - “Башҡортостан геройҙары” рәтендәАлмаз Ғүмәров - “Башҡортостан геройҙары” рәтендә
Алмаз Ғүмәров - “Башҡортостан геройҙары” рәтендә

Дүртенсе класты -  тыуған ауылында, унан һуң Ишембай ҡалаһында уҡыу йорттарының береһендә кадет класында белем ала үҫмер. “Отҡор булды, дәрестә үк белемде башына һеңдерә, өйгә эшен эшләп ҡайта ине. Әрләп үҫтермәнем. Өс хәрби юғары уҡыу йортона документтарҙы тапшырҙыҡ”, - ти әсәһе Рузия Ғилметдин ҡыҙы. Конкурс ҙур булһа ла шәхси зачет, Маҡтау грамоталары,

берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе буйынса Алмаз Новосибирск юғары хәрби училищеһына уҡырға инә. 2021 qылда уҡыу йортон тамамлаған йәш офицер йүнәлтмә буйынса Калининград ҡалаһында взвод командиры вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Махсус хәрби операция башланғас, яуға барырға теләк белдерә.

Йәш офицер , взвод Командиры Алмаз Ғүмәров ҡаһарманлығы өсөн Суворов миҙалына лайыҡ  булған. Уның менән бар район хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Алмаз Ғүмәров - “Башҡортостан геройҙары” рәтендә
Алмаз Ғүмәров - “Башҡортостан геройҙары” рәтендә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас