

Кемдер баҡсаларындағы көҙгө уңыш менән уртаҡлаша, кемдер аҡсалата ярҙам итә. "Әлегә картуф һәм башҡа йәшелсәләр етерлек, баҙҙарығыҙҙа әлегә ятып торһон, һуңғараҡ һорағанда ебәрерһегеҙ”, - ти “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Ирина Сычкова.
“Артур Зиннуров тигән уҙаман яугирҙәргә иң кәрәкле булған газ балоны менән мобиль плитә, салфеткалар килтергән”, - ти Арыҫлан ауылы старостаһы Ринат Хәйбуллин, рәхмәтен белдереп. Мәҙрәсәгә килтерелгән хәйер-саҙаҡаны ла Рәйес хәҙрәт гуманитар ярҙам кеүек килтереп биргән.
Берҙәмлегегеҙ башҡаларға ла өлгө, таныптар, афарин.