Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Ғинуар , 16:00

МХО ветеранының аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә

Башҡортостандың элекке ауыл биләмәһе башлығы һәләк булған яугирҙең аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә.

МХО ветеранының аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә
МХО ветеранының аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә

Нефтекама ҡала суды Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ ауыл биләмәһенең элекке башлығының енәйәт эшен ҡараясаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте. Ир махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡатнашыусының аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә. Тәфтиш версияһы буйынса, енәйәт эше фигуранты, туғанының фронтта һәләк булыуы тураһында белеп ҡалғас, банк картаһының дубликаты булыуынан файҙалана һәм иҫәптән 1 миллион һум самаһы аҡса ала.Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, Енәйәт 2024 йылдың декабренән 2025 йылдың ғинуарына тиклем башҡарылған. Элекке муниципаль хеҙмәткәргә банк иҫәбенән ҙур күләмдә урлауҙа ғәйепләү белдерелә (пп. В, Г РФ ЕНӘЙӘТ КОДЕКСЫНЫҢ 158-се статьяһының 3-сө өлөшө), ғәйепте ғәйепләнеүсе таный.

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас