Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
30 Ғинуар , 17:36

Радий Хәбиров: Ҡаһарманлыҡ онотолорға тейеш түгел

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостан Республикаһы – Ҡоролтайға  Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исемен бирергә тәҡдим итте.

Михаил Каменев - Республика клиник дауаханаһы хирургы, бик күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡалған врач. Красный Луч ҡалаһында эшләп ҡайтҡандан һуң  алғы һыҙыҡҡа медицина взводы командиры булып барырға ҡарар итә. 2023 йылдың 5 ноябрендә Донецк Халыҡ Республикаһындағы Авдеевка ҡасабаһы янында яралыларҙы эвакуациялағанда һөжүмгә эләгә һәм һәләк була.
Президент Указы менән медицина хеҙмәте лейтенанты Михаил Каменев Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Рәфис САФИН, МХО-ла ҡатнашыусы, медицина хеҙмәткәре:

  • МХО биләмәһендә төрлө һөнәр эйәләре бер сафта эшләй. Медицина хеҙмәткәрҙәре иңендә лә иҫ китмәле яуалылыҡ ята, яугирҙәр менән госпиталдә генә түгел, алғы һыҙыҡта ла ҙур эш башҡара. Үҙ ғүмерен ҡорбан иткән шаһиттарға мин дә аят, доғалар бағышлайым. Намыҫ ҡушыуы буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған яугирҙәрҙең ҡаһарманлығын һаҡларға һәм мәңгеләштерергә тейешбеҙ.  Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исемен биреү бик урынлы, тип һанайым. Батырҙар исеме мәңгеләштерелергә тейеш. Беҙҙең Мәләүез районында һәләк булған МХО яугирҙәре иҫтәлеген һаҡлау йүнәлешендә ҙур эш алып барыла.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Радий Хәбиров: Ҡаһарманлыҡ онотолорға тейеш түгел
Радий Хәбиров: Ҡаһарманлыҡ онотолорға тейеш түгел
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас