Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
31 Ғинуар , 10:00

Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен ихтирам һәм аңлау менән ҡабул иттем

Ләлә Рафиҡова, Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:"Республика Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен аңлау менән ҡабул иттем. "Бөтәһе лә Еңеү өсөн!"-тине ул. Уның сығышында яңғыраған һәр һүҙ һәм фекер оло яуаплылыҡ, хәстәрлек һәм Ватаныбыҙға һөйөү рухы менән һуғарылған.  Мөрәжәғәтнамәлә төбәктә йәшәүселәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүҙә күрһәткән тырышлыҡ һәм фиҙакәрлек кимәле юғары булыуы билдәләнде. 

Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен ихтирам һәм аңлау менән ҡабул иттем
Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен ихтирам һәм аңлау менән ҡабул иттем


Ирекмәндәрҙең һәм битараф булмаған граждандарҙың әүҙемлегенә етди иғтибар йүнәлтте. Беҙҙең район-ҡалала ла ундайҙар күп. Һәр ауылда тиерлек ирекмәндәр ойошмаһы эшләй. Маскировка селтәрҙәре үрәләр, яугиҙәргә көндәлек тормошта кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләйҙәр, миҙгелгә ҡарап, кейем-һалым да ебәрәләр. Госпиталдәгеләр өсөн дә кәрәк-яраҡ йыйып оҙаталар. Миҫалға Ҡотош ауылы ирекмәндәрен алғым килә. Улар МХО башланыу менән яугирҙәргә ярҙам ойошторҙолар. 2026 йылда ла ирекмәнлек эшмәкәрлеген дауам итәләр.
Бер аҙна эсендә 6 селтәр үрҙеләр. Көн һайын бер селтәр, селтәр тамамланғандан һуң, һәр береһенә күстәнәс, тәүге кәрәк-яраҡ, бәйләнгән ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр һалдылар. Быларҙың барыһы ла ауылдаштары һәм ирекмән ҡыҙҙар аҡсаһына һатып алына.

Мөрәжәғәтнамәлә пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү үҙәген булдырыу тураһында ла һүҙ барҙы, шулай уҡ МХО биләмәһендә ауыр һынау үткән яугирҙәргә психологик һәм социаль ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеге билдәләнде. Ысынлап та, улар айырым хәстәрлеккә һәм ихтирамға лайыҡ, сөнки тап улар илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлай.

Махсус хәрби операция мәсьәләләрен уңышлы хәл итеү өсөн нигеҙ булып иҡтисадыбыҙҙы нығытыу тора, ул «бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн» тигән маҡсатта эшләргә тейеш. Был башҡа мөһим социаль бурыстарҙы икенсе планға күсереүебеҙҙе аңлатмай. Бер үк ваҡытта ике бурысты – махсус хәрби операцияға һөҙөмтәле булышлыҡ итеү һәм республиканы үҫтереүҙе хәл итеү – беҙҙең идара итеү командаһының ысын оҫталығы тап ошонда күренәсәк тә инде, тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығының мөрәжәғәтнамәһе берҙәм тырышлыҡ менән ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, яуҙағы яҡташтарыбыҙ Еңеү менән ҡайтырына ышаныс бирә.

Автор:
Читайте нас