Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
31 Ғинуар , 11:00

Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 78 проценты эшкә урынлашҡан

Башҡортостанда ветерандар менән эш медицина реабилитацияһы, эшкә урынлашыу, социаль адаптация йүнәлештәре буйынса алып барыла. Әле МХО-нан ҡайтҡан 3 меңдән ашыу яугирҙең 78% тиерлек эшкә урынлаштырылған. Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә муниципалитет башлыҡтарына ошо йүнәлештәге эште көсәйтергә ҡушты.

Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 78 проценты эшкә урынлашҡан
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 78 проценты эшкә урынлашҡан
«МХО-нан ҡайтҡандарҙың 86% диспансеризация үткән. Әммә беҙ реабилитация өсөн ағымдағы мөмкинлектәрҙе арттырырға кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ.

Былтыр медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса илдә иң яҡшыһы тип танылған Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале был эштә мөһим урынды биләй. 2022 йылдан бында 7622 яугир һаулығын нығытҡан.

Госпиталь коллективына һәм шәхсән баш табип Азат Салауат улы Рәхмәтуллинға эште яҡшы ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерәм. Рәхмәт һеҙгә, Азат Салауат улы! Һеҙҙең менән бергә – бөтә табиптарға», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-01-30/v-bashkirii-trudoustroilis-78-protsentov-uchastnikov-svo-4556870

Автор: Азат Ғиззәтуллин.
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Автор:
Читайте нас