Ирина Александровна Панькина етәкселегендә даими эшләгән эшсе төркөм булдырырға кәрәк тип иҫәпләйем. Руслан Таһир улы Хәбибовтан федераль органдар – Хәрби комиссариат һәм комендатура, Хәрби прокурор, Өфө гарнизонының Хәрби тәфтиш бүлеге һәм башҡа структуралар менән берлектә был эште ойоштороуҙы һорайым.
Республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Михаил Иванович Закомалдиндан туғандары хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә алһын өсөн бәйләнеш офисы булдырыуҙы һорайым», – тине Радий Хәбиров.