Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
2 Февраль , 11:40

Ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк

- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, закон сығарыусыларға республикала йәшәүселәрҙең теләктәрен еткерҙе. 

Ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк
Ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы социаль координаторы Альбина АРЫҪЛАНОВА:
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, закон сығарыусыларға республикала йәшәүселәрҙең теләктәрен еткерҙе, шулай уҡ власть органдары ғына түгел, йәмғиәттәге бөтә көстәр өсөн еңеүҙе яҡынайтыуға мөмкин тиклем күберәк көс һалыу бурысын ҡуйҙы.
Республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тамамланыуға ҡарамаҫтан, был йүнәлештә эш туҡтап ҡалмай, артабан да дауам итә.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, ил именлеге һағынан ҡайтасаҡ яугирҙәргә кәрәкле ярҙам, тимәк, эш күләме артасаҡ.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән мөһим закондар ҡабул ителде. Тап улар нигеҙендә беҙҙең районда ла Ватан һаҡсыларына төрлө ярҙам күрһәтелә. Яугирҙәрҙе хәстәрләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк
Ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк
Автор:
Читайте нас