Көнгәк
-6 °С
Ҡар
VK
ОК
Telegram
dzen
MAX
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
2 Февраль , 09:00
ЯУ ЯЛАНЫНДА ИПТӘШЕНЕҢ ҒҮМЕРЕН ҠОТҠАРҒАН
Бөрйәндән МХО-ла ҡатнашыусы Илдус Йортбағышев яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған. Яҡташыбыҙҙың батырлығы хаҡында район башлығы Рәмил Абдуллин яҙған. Гвардия рядовойы Илдус Йортбағышев 2024 йылдың июненән МХО-ла биләмәһендә уҡсы вазифаһында хеҙмәт итә. Ул алғы һыҙыҡта һәр эште еренә еткереп башҡарыуы, тырыш булыуы менән хәрби дуҫтары өсөн өлгө булып тора.
ЯУ ЯЛАНЫНДА ИПТӘШЕНЕҢ ҒҮМЕРЕН ҠОТҠАРҒАН
Хәрби заданиены үтәү барышында Илдус Йортбағышев хеҙмәт иткән бүлексә ҡаты дошман һөжүменә эләгә. Бер егет ауыр яралана. Илдус хәрби дуҫының ғүмере өсөн юғары яуаплылыҡ тойоп, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла, хатта ут аҫтында ла уға ярҙам итергә ынтыла. Былар барыһы ла уның ғәйәт ҡаһарман һәм кешелекле булыуы хаҡында һөйләй. Яҡташыбыҙҙың бик яҡшы белеп һәм үҙ-үҙен аямай юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ менән эш итеүе хәрби бурысын үтәргә һәм яраланған иптәшенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлек бирә.
Батыр егеткә имен-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын!
Фото: Рәмил Абдуллин / Бөрйән районы хакимиәте.
Автор:
Инсаф Хужабиргәнов.
Автор:
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"