Ул FPV-дрондар, разведка дрондары һәм тотоп алыусылар эшләү һәм етештереү төп бурыс булып ҡала, тип билдәләне. "Президент ҡушыуы буйынса беҙ бөтә класлы граждандар һәм хәрби дрондар әҙерләйбеҙ һәм етештерәбеҙ. Инженерҙарыбыҙ "Ҡыш Бабай" тип атаған ауыр дрон осош һынауҙарын үтте һәм бөгөн яугирҙарыбыҙға ярҙам итә. Һуңғы ике йылда МХО биләмәһенә бөтәһе 10 меңдән ашыу дрон ебәрелгән. Быйыл 20-нән ашыу компания-резидентты берләштереү, пилотһыҙ аппараттар һәм уларҙың компоненттарын етештереүҙе арттырыу өсөн төбәк ғилми-производство үҙәген асырға ниәтләйбеҙ. 1 апрелдән БПЛА-ны етештереү күләмен 50 процентҡа арттырырға ҡушам", - тине республика етәксеһе.
Радий Хәбировтың тап ошо тезистары ирекмән, урындағы танк ғәскәрҙәре һәм Варшава килешеүе ойошмаһы илдәре ветерандары ойошмаһы рәйесе Фәнис Бикташев йөрәгенә үтеп инде:
- Республика Башлығының Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә төп тезис - " Барыһы ла Еңеү өсөн! Хәҙер беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Беҙ тәүге көндәрҙән үк мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Кемдер маскировка селтәрҙәре үрә, кемдер ойоҡбаш бәйләй. Беҙ, танк ғәскәрҙәре ветерандары, бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам ебәрҙек, - тип уртаҡлашты Фәнис Әлимғол улы. - Был мөһим һәм кәрәкле саралар, әммә яугирҙәр бөгөн күберәк осоу аппараттарына, коптерҙарға, дрондарға мохтаж. Шуға күрә БПЛА етештереүҙе арттырыу һәм уларҙы яу биләмәһенә килтереү буйынса эш йүнәлешен иң мөһим бурыстарҙың береһе тип иҫәпләйем.