Көнгәк
+3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
8 Февраль , 21:55

Берҙәмлек менән көслөбөҙ!

        

Тәнзилә МАЛАБАЕВА, педагогия хеҙмәте ветераны, йәмәғәт фекере лидеры:

- Мәләүездә лә яугирҙәрҙе дауалау һәм спортҡа ылыҡтырыу буйынса эш дауам итә. Теләгәндәр йөҙөү, еңел атлетика, волейбол һәм башҡа төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә ала.  Ҡышҡыһын саңғы трассаһы ла ял итеү өсөн уңайлы. Үҙемдең элекке уҡыусыларымдың Ватан азатлығы өсөн ҡаһарманлығы, илһөйәрлек тәрбиәһенең ҡандан тапшырылыуына һоҡланам һәм ғорурланам.

 “Айырыуса иғтибар - яралыларға. 2023 йылдан ветерандарҙы спортҡа яраҡлаштырыу буйынса "Батырлыҡ" проектын уңышлы ойошторабыҙ. Волейбол һәм следж-хоккей буйынса МХО йыйылма командаһы миҙалдар яулай. Беҙ бөтә ветерандарға спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырырға тейеш. Муниципалитеттарҙан ҡыҫҡа ваҡыт эсендә спорт объекттары исемлеген билдәләүҙәрен һәм улар нигеҙендә бушлай шөғөлләнеү мөмкинлеген тәьмин итеүҙәрен һорайым”,- тине үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә Республика Башлығы Радий ХӘБИРОВ.

Бындай ярҙамға рәхмәтлебеҙ. Егеттәребеҙҙең тиҙерәк еңеү менән имен-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.

 

Берҙәмлек менән көслөбөҙ!
Берҙәмлек менән көслөбөҙ!
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас