Көнгәк
+3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
11 Февраль , 12:25

Яҡташтарыма рәхмәт

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итәйек!

Мөрәжәғәтнамә юлынан

Доға һәм һаҡлыҡ саралары  - яугирҙәр өсөн

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе 2026 йылға мөһим бурыстар билдәләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә айырым иғтибар бирелде, яугирҙарҙың рухын күтәреүгә йүнәлтергә һәм уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.

  • Ил иңенә төшкән һынауҙы бергә күтәреү мөһимлеген һәр кем яҡшы аңлай, - ти Иштуған ауыл биләмәһе башлығы Ринат ӘЛМӨХӘМӘТОВ.  Яҡташтарым   махсус хәрби операция башланғандан алып, берләшеп, яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплауға тос өлөш индерә. Беренсе йылдарҙа маскировка селтәрҙәре үреү буйынса дәрестәр алып, урында эш башлған инек, хәҙер ирекмәндәрҙең ҡулына күҙ эйәрмәй. Район кимәлендә үткән төрлө хәстәрлек акцияларынан тыш, үҙебеҙ ҙә ошондай саралар ойошторабыҙ. Маскировкалау селтәрҙәре үрергә килгән яҡташтарға, ситтән ҡайтып ярҙам иткәндәргә, гуманитар ярҙам йыйырға булышлыҡ иткәндәргә  рәхмәт. МХО халыҡты ысын мәғәнәһендә берләштерҙе, тиһәм, хата булмаҫ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ата-әсәһе фронтҡа ярҙам иткән, бөгөн һаулыҡ торошона  бәйле клубҡа  килә алмаған оло быуын вәкилдәре йорттарында ойоҡбаш, бейәләй бәйләй, кейем тегә, окоп шәме, аҙыҡ-түлек йыйылмалары туплай. Улар урынлы кәңәше менән дә ирекмәндәргә теләктәш. Бына шундай халыҡ менән көслөбөҙ. Яҡындары, ирҙәре, балалары Ватан һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға түҙемлек теләп, уларҙың Еңеү менән имен һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Беҙҙең доға һәм һаҡлыҡ саралары уларҙы дошмандан һаҡлаһын.
  • Рәфилә БИКЙӘНОВА.
Яҡташтарыма рәхмәт
Яҡташтарыма рәхмәт
Автор:
Читайте нас