– Егеттәр – ысын геройҙар, улар үҙ бурысын аҙағынаса үтәне. Һеҙ улар менән ғорурлана алаһығыҙ. Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ һәм һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең бурыс – һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күреү. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, сәләмәтлегегеҙҙе ҡайғыртығыҙ, күптәргә ейәндәр үҫтерешергә кәрәк. Әлбиттә, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү — муниципалитет башлыҡтарының төп бурысы.
Яугирҙәрҙең туғандары Радий Хәбировҡа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә иғтибары һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының ғәмәлдә булыуын әйтеп үтте.
Авторы:Азат Ғиззәтуллин.