

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин «Ватанды һаҡлаусылар» үҙәгендә махсус хәрби операция яугирҙәре менән осрашты.
Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы социаль яраҡлаштырыу, эшкә урынлаштырыу, медицина ярҙамы мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында ойошторолған сарала ветерандарға Махсус хәрби операция ветерандары Ассоциацияһы танытмалары тапшырылды. Рәсми статус яугирҙәргә райондың йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк ҡатнашыу һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарға йоғонто яһау мөмкинлеге бирәсәк.
Сарала ҡатнашыусылар район хакимиәте етәксеһенә үҙен борсоған һорау менән мөрәжәғәт итә алды.
Зәбир Таһирйән улы бындай осрашыуҙың ветерандар өсөн мөһим мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү мөмкинлегенә эйә булыуын белдерҙе.
Осрашыу ваҡытының күп өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләренә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшереүгә арналды, шулай уҡ район һәм республика кимәлендә хәл итеүҙе талап иткән һорауҙар ҙа күтәрелде.
Ветерандар ошо категория граждандар өсөн һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу кәрәклегенә иғтибар итте. Республикала юғары технологиялы медицина ярҙамын уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге биргән хәрби госпиталь йәки махсуслаштырылған реабилитация үҙәге булдырыу тураһында ла тәҡдим яңғыраны.
Фекер алышыу барышында яугирҙәрҙе эшкә урынлаштырыу, уларҙың һөнәри йүнәлешен үҙгәртеү, ҡануниәт тарафынан ҡаралған льгота биреү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ төп иғтибар ғаиләләр өсөн тәғәйен ярҙам сараларына бүленде.
Осрашыуға йомғаҡ яһап, район хакимиәте башлығы ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән һәр кемдең йәшәйеш-көнкүреш мәсьәләһен хәл итеүҙе контролгә алыу бурысын ҡуйҙы. Урындағы эш биреүселәргә МХО ветерандары тураһында мәғлүмәт биреү буйынса ла эш әүҙемләштереләсәк.
Байрам алдынан ойошторолған сара район етәкселегенең яугирҙең ҡаҙанышына хөрмәт кенә түгел, киләсәктә уның именлеге өсөн яуаплы булырға әҙерлеген дә күрһәтте.
Светлана ФӘЙЗУЛЛИНА.
Фотолар https://vk.com/gabdullin_zt алынды.